Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Декабрь 2025, 12:00

Именлек - тәү сиратта һәр кемдең шәхси яуаплылығы

Башҡортостандың Премьер-министры Андрей Назаров муниципалитет башлыҡтарына көн һайын хәүеф төркөмөндәге граждандарға барырға; ирекмәндәрҙе һәм социаль хеҙмәттәрҙе йәлеп итеп рейдтарҙы көсәйтергә; янғындан зыян күргәндәргә фатир менән шунда уҡ ярҙам итергә ҡушты.

Именлек - тәү сиратта һәр кемдең шәхси яуаплылығыИменлек - тәү сиратта һәр кемдең шәхси яуаплылығы
Именлек - тәү сиратта һәр кемдең шәхси яуаплылығы

Был турала ул үҙенең сәхифәһендә яҙҙы:

- Дуҫтар, Яңы йылға тиклем һанаулы ғына көндәр ҡалды. Алда - иң оҙайлы каникул, 12 көнлөк ял. Беҙҙең ашығыс һәм оператив хеҙмәттәр өсөн был айырыуса көсөргәнешле ваҡыт.

Быйыл беҙ янғында һәләк булыусылар һанын 10,8 процентҡа кәметергә өлгәштек.

Ҡотҡарылған һәр кеше - дөйөм эш һөҙөмтәһе. Әммә ял итергә ярамай. Именлек - тәү сиратта һәр кемдең шәхси яуаплылығы икәнен иҫтә тотоғоҙ: хеҙмәттәрҙең иң яҡшы ойошторолған эше лә беҙҙең уяулығыбыҙҙы алыштырмаясаҡ. Бигерәк тә Яңы йыл көндәрендә бәлә-ҡаза бер нисә минут эсендә килеп тыуыуы ихтимал.
Төп сәбәптәр - пиротехника менән һаҡһыҙ эш итеү, иҫке гирляндалар, артыҡ йөкләнгән селтәрҙәр һәм мейестәрҙе дөрөҫ файҙаланмау.
Муниципалитет башлыҡтарына көн һайын хәүеф төркөмөндәге граждандарға барырға; ирекмәндәрҙе һәм социаль хеҙмәттәрҙе йәлеп итеп рейдтарҙы көсәйтергә; янғындан зыян күргәндәргә фатир менән шунда уҡ ярҙам итергә ҡуштым.

Әйҙәгеҙ, бергәләп был байрамды ысын мәғәнәһендә бәхетле, йылы һәм, иң мөһиме, үҙебеҙ һәм яҡындарыбыҙ өсөн хәүефһеҙ итәйек.

Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!

Фото: https://web.telegram.org/a/#-1001689833180

 

Именлек - тәү сиратта һәр кемдең шәхси яуаплылығы
Именлек - тәү сиратта һәр кемдең шәхси яуаплылығы
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас