Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Декабря 2025, 14:00

Их, әбей-әбей..

Өфөнән 80 йәшлек пенсионерҙы муттар иҫәпләү ҡоролмаларын (счетчиктарҙы) тикшереү һылтауы менән 7 миллион һум аҡсаһынан мәхрүм иткән.

Их, әбей-әбей..Их, әбей-әбей..
Их, әбей-әбей..

Барыһы ла билдәһеҙ ирҙең шылтыратыуынан башлана. Ул үҙен, "счетчиктарҙы тикшергән хеҙмәткәр", тип таныштыра ла, әбейгә смс-хәбәрҙән кодты әйтергә ҡуша. Совет осоронда тәрбиәләнгән, күрһәтмәләрҙе үтәп өйрәнгән пенсионер ни тыңлай. 

Ә кисен "Дәүләт хеҙмәттәре"нән шәхси кабинетына инеү тураһында смс-хәбәр ала оло кеше. Шунда уҡ күрһәтелгән "ҡыҙыу линия" номерына шылтыратып, әбей порталдың ялған "белгесе" менән һөйләшә. "Белгес", аккаунтығыҙ менән мутлашыусылар файҙаланған, тип хәбәр итә һәм артабан "хәүефһеҙ эшләү" өсөн шылтыратыуҙы икенсе "хеҙмәткәргә" күсерә.

Мутлашыусылар әбейгә уның тупланмалары һәм фатиры менән файҙаланыуға хоҡуҡ биргән ялған таныҡлыҡтың фотоһын ебәрә. "Аҡыллы белгестәр" пенсионерҙы уның иҫәбе хәүеф аҫтында булыуына ышандыра һәм уларҙы һаҡлау өсөн бөтә аҡсаны алырға, банк иҫәбен алмаштырырға кәрәклеген әйтә. Улар пенсионерҙың аҡсаһына "махсус тамғалар" ҡуйыласаҡ, шунан һуң аҡсаны "дәүләткә ҡайтарырға кәрәк" тип белдерә.

Енәйәтселәр даими бәйләнештә булып, пенсионерға ентекле инструкциялар бирә. Уларҙың баҫымы аҫтында зыян күреүсе 7 миллион һумдан ашыу сумманы ала һәм мутлашыусылар иҫәбенә күсерә. Был сумманан 1,5 миллион һумды ул өйөнә килгән курьерға тапшырған.

Аферистар бәйләнешкә сыҡмай башлағас ҡына әбей алданғанын аңлап, полицияға мөрәжәғәт итә, тип яҙа Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: телефон аша шәхси кодтарҙы, паролдәрҙе һәм банк карталары мәғлүмәттәрен әйтергә ярамай. Хатта шылтыратыу рәсми булып күренһә лә, туҡтап, барыһын да үҙ аллы тикшереп сығыу яҡшыраҡ. Был аҡсаны юғалтыуҙан һаҡлай.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан ("Место встречи изменить нельзя").

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас