Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Декабря 2025, 10:35

Дан һеҙгә, ҡыйыу егеттәр!

3-сө ҡарауыл ир-егеттәре (Баш идаралыҡтың 36-сы янғын-ҡотҡарыу часы) Салауат ҡалаһындағы янғынды һүндереп ҡайтып килә. Улар өс кешене ҡотҡарған.

Дан һеҙгә, ҡыйыу егеттәр!Дан һеҙгә, ҡыйыу егеттәр!
Дан һеҙгә, ҡыйыу егеттәр!

"Кесе Аллағыуат" баҡса ширҡәтендә баҡса йорто һәм брустан мунса янып китә.

Янғын һүндереүселәр 50 йәштән өлкән өс ирҙе ҡотҡарған. Төтөнгә ағыуланған береһе урындағы дауаханаға оҙатылған.

Икәүһен табиптар амбулатор дауалауға ебәргән.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтишсеһе янғын сәбәптәрен асыҡлау менән шөғөлләнә.

Иҫкәртәбеҙ:
- тәмәке тартыу, бигерәк тә иҫерек хәлдә, янғынға килтереүе ихтимал;
- мейестәрҙе үтә ҡыҙҙырыу хәүефле, утынды әҙләп-әҙләп кенә яғыу кәрәк;
- йорт эсенә ҡуйылған янғын сигнализацияһы йөҙләгән кешенең ғүмерен ҡотҡарған, кескәй приборҙы үҙегеҙгә лә алып ҡуйығыҙ!

Фото: Александр Стрижков.

Дан һеҙгә, ҡыйыу егеттәр!
Дан һеҙгә, ҡыйыу егеттәр!
Дан һеҙгә, ҡыйыу егеттәр!
Дан һеҙгә, ҡыйыу егеттәр!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас