Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Декабрь 2025, 06:24

Ҡот осҡос! Дүрт кеше һәләк булған!

Бөгөн төндә юлда өс ир-егет һәм ҡатын кешенең ғүмере үтә аяныслы өҙөлгән.

Ҡот осҡос! Дүрт кеше һәләк булған!Ҡот осҡос! Дүрт кеше һәләк булған!
Ҡот осҡос! Дүрт кеше һәләк булған!

Тәтешле районында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы урынында эшләй. Әлегә билдәле булыуынса, төнгө сәғәт өс тирәһендә Борай - Иҫке Балтас - Көйәҙе автомобиль юлының 88-се километрында "Лада Гранта" һәм "Газель" бәрелешкән. Көслө бәрелештән еңел автомобиль водителе һәм уның өс пассажиры (өс ир-егет һәм бер ҡатын-ҡыҙ) ваҡиға урынында һәләк була. "Газель" водителе һәм уның пассажиры төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған. 

Фото: https://web.telegram.org/a/#-1001716757225

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас