Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Декабря 2025, 07:22

Кемдеңдер яҡыны...

Янғын һүндереү барышында утта һәләк булған кешенең кәүҙәһе табылған.

Кемдеңдер яҡыны...Кемдеңдер яҡыны...
Кемдеңдер яҡыны...

Бөгөн иртән Нуғай ауылында йорт янған. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һәм муниципаль янғын һүндереүселәр утты һүндереү барышында һәләк булған кешенең кәүҙәһен таба, уның шәхесе әлегә билдәһеҙ. Урында тәфтиш-оператив төркөм һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәүтикшереүсеһе эшләй, ваҡиғаның сәбәптәрен һәм шарттарын, кешенең кемлеген асыҡлай.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә:
- гаджеттарҙы ҡарауһыҙ төндә зарядкала ҡалдырмағыҙ;
- боҙолған электр приборҙарын ҡулланмағыҙ;
- тәмәке ҡабыҙҙығыҙ икән - һүндерергә онотмағыҙ.

Фото: https://web.max.ru/-69197923551776

 

Кемдеңдер яҡыны...
Кемдеңдер яҡыны...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас