Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Декабрь 2025, 13:30

Байрам табынына

Хужабикәләр фотоһүрәттән танығандыр - "Йәйғор" салаты был. Ул тәмле лә, матур ҙа! Етмәһә, еңел генә әҙерләнә.

Байрам табынына
Байрам табынына

Үҙегеҙгә күпме кәрәк, ингредиенттарҙы шунсама алырға була. Мәҫәлән, бер банка консерваланған кукуруз, ике помидор, ике ҡыяр, ике ҡап краб таяҡсалары, 200 грамм сыр, бер ҡап сохари һәм ике-өс аш ҡалағы майонез. Саҡ онотманыҡ - һөйөү һәм яҡшы кәйеф тә ҡушырға онотмағыҙ!

Ҡунаҡтар (үҙегеҙ ҙә) салаттың матурлығын баһалағандан һуң, бутап ашарға ғына ҡала. Ашығыҙ тәмле булһын!

Табынығыҙ ризыҡтан өҙөлмәһен!

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан. 

 

Автор: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас