Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Декабря 2025, 12:47

Автобус юлдан төшөп киткән

БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре Салауат ҡалаһындағы рейс автобусы менән бәйле юл-транспорт ваҡиғаһы урынына юлланған.

Автобус юлдан төшөп киткәнАвтобус юлдан төшөп киткән
Автобус юлдан төшөп киткән

Автобус юлдан төшөп китеп, ағасҡа бәрелгән. Водитель һәм ике пассажир дауаханаға оҙатылған. Салондағы башҡа пассажирҙар зыян күрмәгән, тип хәбәр итә БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре.

Урында ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас