Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Декабрь 2025, 12:00

Асыҡ ишектән башланған детектив

Бер баҫҡыс майҙансығы, өс күрше - һәм бер детектив тарих әҙер! 39 йәшлек ир сүп-сарҙы түгергә сығып барғанда күршеһенең ишеге саҡ ҡына асыҡ тороуын күрә лә, бесәй ише фатирға "йылп" итеп ҡала - телевизорҙы урлай. Ә урланған әйберҙе ҡайҙа итергә? Әлбиттә, ломбардҡа! Үҙе алып бармай. ТВ-йәшникте тоттороп, икенсе бер күршеһен ебәрә.

Асыҡ ишектән башланған детектив
Асыҡ ишектән башланған детектив

Өфөнөң Калинин районында йәшәгән 31 йәшлек ир импорт телевизорының юғалыуын асыҡлап, уны эҙләү менән үҙ аллы шөғөлләнергә ҡарар итә. Дуҫының кәңәше буйынса ул тәү сиратта 1 Май урамындағы комиссион магазинға бара. Әйберҙәр өйөмө араһында үҙенең телевизорын күргәс, ир ҡыуанып, полицияны саҡыра.

Полиция хеҙмәткәрҙәре залог билетын тикшереп, көнкүреш техникаһын килтергән кешенең шәхесен асыҡлай. Ир урлау менән бер ниндәй ҙә бәйләнеше юҡлығын, ә телевизорҙы комиссия магазинына тапшырыуҙы күршеһе һорағанын аңлата.

39 йәшлек ир үҙенең ғәйебен таныған. Сүп-сар алып сыҡҡан саҡта күршеһенең ишеге асыҡ тороуын күргәс, нәфсеһенә баш була алмай, фатирға инеп, телевизорҙы урлауын аңлата.

Зыян күреүсенең күршеһенә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Был турала Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас