Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Декабря 2025, 14:13

Заводҡа яңы уңыштар!

Иҡтисадҡа һәм сәнәғәткә етди йөкләмәләр булғанда беҙҙә һөҙөмтәле үҫешеүсе предприятиялар бар. Шундайҙарҙың береһе - Белорет районындағы Урал пружина заводы.

Заводҡа яңы уңыштар!Заводҡа яңы уңыштар!
Заводҡа яңы уңыштар!

Радий Хәбиров эш сәфәре барышында заводта булып, тәьҫораттары менән бүлеште:

- Бер нисә йыл элек заводта булдым. Был ваҡыт эсендә бында яңы етештереү майҙансыҡтары барлыҡҡа килгән, яңы тауар етештереү үҙләштерелгән. Завод импортты алыштырыу менән әүҙем шөғөлләнә - уның продукцияһы күп ерҙә талап ителә, атап әйткәндә, машиналар эшләү өлкәһендә. Әле бында хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу өҫтөндә әүҙем эшләйҙәр, роботлаштырыуҙы индерәләр. Была аҙнала Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин үткәргән Дәүләт Советы ултырышында ошо хаҡта һөйләнек. Завод коллективы уңыштар теләйем!

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Заводҡа яңы уңыштар!
Заводҡа яңы уңыштар!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас