Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Декабря 2025, 12:24

Көнүҙәк мәсьәләләр

Белоретта Хөкүмәттең район үҫешенә һәм көнүҙәк мәсьәләләргә арналған күсмә ултырышы үткәрелде.

Көнүҙәк мәсьәләләрКөнүҙәк мәсьәләләр
Көнүҙәк мәсьәләләр

Ошо хаҡта төбәк етәксеһе Радий Хәбиров үҙенең сәхифәһендә яҙҙы:
- Туҙған коммуналь инфраструктура мәсьәләһе Белорет халҡы өсөн төп мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала. Тиҫтәләгән йорттарҙы һәм социаль объекттарҙы йылыһыҙ ҡалдырған авария йәнә ошоно күрһәтте. Терәк тораҡ пункттарҙы үҫтереү буйынса федераль программа сиктәрендәге эш хәл итеү варианттарының береһе буласаҡ. Белорет районында улар икәү - Белорет һәм Инйәр. Инфраструктура өлөшөндә бында 36 сара, шул иҫәптән торлаҡ-коммуналь хужалыҡ линияһы буйынса 15 сара планлаштырылған. Район өсөн йәнә бер киҫкен проблема - юлдар. Халыҡты, атап әйткәндә, Аҙнағол янындағы Ағиҙел йылғаһы аша күперҙең яҙмышы борсой, бында финанслау мәсьәләһе өҫтөндә эшләйбеҙ. Ауыр юл-транспорт ваҡиғалары бул торған Өфө - Инйәр - Белорет трассаһы айырым контролдә тотола. Беҙҙең бурыс - уның буйлап уңайлы һәм хәүефһеҙ йөрөүҙе тәьмин итеү. Башҡа бик күп һорауҙар бар. Аҡрынлап уларҙы хәл итәсәкбеҙ. Белорет районын үҫтереү буйынса актуаль карта 15,7 млрд һумлыҡ 102 сараны үҙ эсенә ала. Эшләүҙе дауам итәбеҙ.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас