Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Декабрь 2025, 21:45

Илһамланып ижад итегеҙ, маэстро!

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, сәнғәт фәндәре кандидаты, композитор, баянсы, уҡытыусы Ришат Рәфҡәт улы Сәғитовтың тыуған көнө бөгөн!  

Илһамланып ижад итегеҙ, маэстро!
Илһамланып ижад итегеҙ, маэстро!

Ришат Рәфҡәт улын тыуған көнө менән ихлас күңелдән ҡотлап, иң изге теләктәр теләйбеҙ! 

Йәмле йылдар, йәмле көндәр
Теләйбеҙ ысын йөрәктән!
Һис кисекмәй ысынға ашһын
Беҙҙең күркәм теләктәр!

Википедиянан белешмә:

Ришат Рәфҡәт улы Сәғитов 1962 йылдың 27 декабрендә Силәбе өлкәһе Һатҡы районының Баҡал ҡалаһында тыуған. 1982 йылда Өфө сәнғәт училищеһын (Н. С. Бачурин класы), 1987 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын (В. П. Сухановтың баян класы, С. М. Тюфяковтың дирижёрлыҡ итеү класы) тамамлай. 1983 йылдан хәҙерге Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе (ӨПЭПБ) эргәһендәге Салауат Юлаев исемендәге бейеү ансамбле аккомпаниатор-концертмейстеры. 1990 йылдан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты эргәһендәге хәҙерге Урта махсус музыка колледжында уҡыта. 1997 йылдан — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында музыка бүлеге мөдире, 2000 йылдан — Башҡортостан ГТРК-һы тауыш режиссёры, бер үк ваҡытта 2002 йылдан — Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театрының музыка бүлеге мөдире. 2013 йылда Башҡорт дәүләт педагогия университетында автор методикаһы менән «Музыкаль-компьютер технологиялары» кафедраһы асыла, шул кафедра мөдире вазифаһын башҡара.

1985 йылда Мәскәүҙә уҙған Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивалендә, 2007 йылда Башҡортостан Республикаһы көндәрендә, ЮНЕСКО штаб-квартираһында Башҡортостан Республиканың Халыҡ-ара презентацияһында (Париж, 2008) ҡатнаша. Практик музыка ҡоралында уйнау һәм музыкаль-компьютер технологияларын үҙләштереү оҫталығын ҡулланыу уға бер ауырлыҡһыҙ музыкант-практик һәм педагог булараҡ ҡына түгел, ғалим булараҡ та яңы музыка сәнғәте авангардына инергә мөмкинлек бирә. Башҡорт цифрлы (диджиталь) органологияһы өлкәһендә үҙәк фигура булып тора[1]. 2018 йылда сәнғәт фәндәре кандидатына диссертация яҡлай. 2019 йылдан Урта махсус музыка колледжы директоры

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас