Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Декабря 2025, 06:40

Ял көндәренә көн торошо билдәле

  Синоптиктар фараз яһаны.

Ял көндәренә көн торошо билдәлеЯл көндәренә көн торошо билдәле
Ял көндәренә көн торошо билдәле

Бөгөн, 26 декабрҙә, республикала урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан талғын. Һауа температураһы көндөҙ -11, -16, көнсығыш райондарҙа -21 градус тәшкил итәсәк.

Иртәгә, 27 декабрҙә, шулай уҡ бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә.

Ел көньяҡтан талғын. Төндә термометр бағанаһы -10, -15°, аяҙытҡанда -20°, көндөҙ -8, -13°күрһәтәсәк.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас