Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Декабрь 2025, 14:15

Урлыҡ - хурлыҡ!

Стәрлетамаҡта полиция хеҙмәткәрҙәре магазиндан урлашҡан йәштәрҙе тотҡан.

Урлыҡ - хурлыҡ!
Урлыҡ - хурлыҡ!
РФ ЭЭМ Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығының дежур часына магазин директоры билдәһеҙ кешеләрҙең сауҙа нөктәһенән 60 мең һумға яҡын суммаға тауар урлауҙары тураһында ғариза менән мөрәжәғәт итә. Полицейскийҙар магазин хеҙмәткәрҙәре менән әңгәмәләшә, видеокүҙәтеү камераларынан видеояҙмаларҙы ла ҡарай һәм бурҙарҙың кемлеген асыҡлай. Улар - 18-е тулмаған берәү һәм 19 йәшлек ике егет булып сыға. Ғәйепләнеүселәрҙең береһе элек законһыҙ эш өсөн хөкөм дә ителгән. Ҡулға алынғандар ғәйептәрен таный, урланған кейемдәр полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан тартып алына. Урлау факты буйынса Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 158-се статьяһының 1-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Статьяға ярашлы, уларға ике йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү янай. Был турала Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығы хәбәр итә.
 
 
 
Автор: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас