Ейәнсура районында йәшәүсегә танышын үлтерергә маташыу өсөн прокуратура талабы буйынса яза көсәйтелде, тип белдерҙе БР Прокуратураһы.
Судта билдәләүҙәренсә, 2025 йылдың ғинуарында төндә 62 йәшлек ир Ҡужанаҡ ауылында танышында ҡунаҡта саҡта, йоҡлап ятҡан танышына бысаҡ менән ташлана һәм күкрәк ситлегенә, муйынына бер нисә тапҡыр сәнсә. Зыян күреүсе уянып, әүҙем ҡаршылыҡ күрһәтә, шуға ғына тере ҡала.
Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен танымай. Ул РФ Енәйәт кодексының 30-сы статьяһының 3-сө өлөшө, 105-се статьяһының 1-се өлөшө буйынса ғәйепле тип таныла һәм ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында 4 йылға иркенән мәхрүм ителә. Артыҡ йомшаҡ хөкөм менән ризалашмайынса, дәүләт прокуроры апелляция бирә.
Республиканың Юғары суды прокурорҙың дәлилдәре менән килешә һәм Ейәнсура районы прокуратураһының апелляция тәҡдимен ҡәнәғәтләндерә - хөкөм ителеүсене ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында 6 йыл 6 айға иркенән мәхрүм итә.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.