

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Салауат ҡалаһы буйынса бүлегенең дежур часына 46 йәшлек ир мөрәжәғәт итә.
Зыян күреүсе һөйләүенсә, 23 декабрҙә көндөҙ ул үҙенең телефонына ҡаланың бер берләшмәһендә мессенджерҙа тапҡан "РадарДПС.арк" ҡушымтаһын урынлаштырған. Кискеһен ул телефонының завод көйләүҙәренә тиклем төшөрөлгәненә иғтибар итә. Үҙенең иҫәп-хисабын тикшергәндән һуң, ир банк иҫәбенән онлайн компьютер уйындары һәм программалар магазиндарында, шулай уҡ билдәле маркетплейста шәхси кабинетынан һатып алыуҙар башҡарылыуын асыҡлай. Өҫтәүенә, маркетплейста ҡайһы бер һатып алыуҙар кисектереп башҡарылған. Дөйөм алғанда, мутлашыусылар зыян күреүсенең иҫәбенән 114 мең һумдан ашыу аҡса урлаған.
Ҡушымтаны урынлаштырып, муттарға үҙенең телефонына ситтән инеү мөмкинлеген биргәнен аңлаған ир полицияға ғариза яҙа.
Был факт буйынса РФ ЭЭМ Салауат ҡалаһы буйынса бүлексәһе Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 158-се статьяһының 3-сө өлөшөнөң "г" пункты буйынса енәйәт эшен ҡуҙғата, тип яҙа Рәсәй Эске эштәр министрлығының Салауат ҡалаһы буйынса бүлеге.
Хөрмәтле граждандар! Полиция иҫкәртә: ышаныслы булмаған сығанаҡтарҙан ҡушымталар урынлаштырыу шәхси мәғлүмәттәрегеҙгә һәм финанс иҫәптәрегеҙгә инеү мөмкинлеген бирә, шуға күрә ҡушымталарҙы һәр ваҡыт ышаныслы сығанаҡтарҙан һәм магазиндарҙан ғына күсерегеҙ. Хәбәрҙәр аша килгән билдәһеҙ файлдарҙы асмағыҙ. Әгәр һеҙгә таныш кешегеҙҙән APK-файлы килһә, аккаунтына муттар инмәгәнме икән - шуны тикшерегеҙ. Зыянлы APK-файлды смартфонға ҡуйыу менән мутлашыусылар телефонға инә ала.
Мутлашыу тураһында тағы бер яҙма: https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2025-12-26/bey-e-b-l-n-n-arala-andar-4522226
Фото: https://vk.com/mvdporespublikebashkortostan