«Ҡышын ҡоштарҙы ашатығыҙ» акцияһы һыуыҡ миҙгелдә ҡош-ҡортҡа иғтибар йүнәлтеү кәрәклеген иҫкә төшөргән.
Был сарала Туймазы районының Ҡандра ҡасабаһынан 100-ҙән ашыу кешеһе ҡатнашҡан. Айырыуса балалар әүҙем булған. 1-се, 6-сы, 7-се, 9-сы класс уҡыусылары ҡоштар тураһында хәстәрлек күреүҙең мөһимлеген белә хәҙер. Өлкән класс уҡыусылары ла, дәрестәре күп буылыуына ҡарамаҫтан, акциянан ситтә ҡалмаған.
Балалар парк биләмәһендә тағараҡтар элеп сыҡҡан, артабан ҡыш буйына уларға ем һалып торорға килешкән. Афариндар!
1-се мәктәп уҡыусылары әүҙемлектәре өсөн диплом һәм бүләктәр алып та ҡыуанған.
Был акция «Экологик именлек» милли проекты маҡсаттарына тура килә.
Фото: Министерство природопользования и экологии Республики Башкортостан.