

Оператив-эҙләү сараларын үткәреү һөҙөмтәһендә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ буйынса идаралығының наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу бүлеге хеҙмәткәрҙәре 22 йәшлек урындағы ҡыҙҙы тотҡан.
Шәхси тикшереү барышында ҡыҙҙа полимер пакет табалар. Экспертиза күрһәтеүенсә, был 1,5 грамм мефедрон наркотик була.
Ҡулға алынған ҡыҙ таныу һүҙҙәре бирә. Әлеге ваҡытта Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса тәфтиш идаралығы тарафынан Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 228-се статьяһының 2-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ҡыҙға 10 йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү янай. Был хаҡта Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығы хәбәр итә.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.