Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Декабрь 2025, 21:00

КЕШЕ ҒҮМЕРҘӘРЕ БИГРӘК ҠЫҪҠА...

Кеше ғүмерҙәре бигрәк ҡыҫҡа... Хоҙай, беҙгә, белмәйем, никтер, Ҡоштар ғүмере лә бирмәгән шул. Йәшәй белһәң етер, тигәндер.

КЕШЕ ҒҮМЕРҘӘРЕ БИГРӘК ҠЫҪҠА...
КЕШЕ ҒҮМЕРҘӘРЕ БИГРӘК ҠЫҪҠА...

Кеше ғүмерҙәре бигрәк ҡыҫҡа...
Шуға ла шөкөр итәбеҙ.
Ҡыҫҡа ғына шул ғүмерҙең дә
Ҡәҙерҙәрен белмәй китәбеҙ.

 

Кеше ғүмерҙәре бигрәк ҡыҫҡа...
Ҡәҙерҙәрен бик тә белерлек.
Һәр сәғәте уның һанаулы бит,
Һәр сәғәте үҙе - ғүмерлек.

 

Кеше ғүмерҙәре бигрәк ҡыҫҡа...
Һиҙелмәй ҙә хатта ҡалына.
Әйтерһең дә, ғүмер усаҡтары
Бер миҙгелгә генә ҡабына.

 

Кеше ғүмерҙәре бигрәк ҡыҫҡа...
Бер һүнә лә ҡабат ҡабынмай.
Һәр беребеҙгә лә ҡағыла ул,
Шағирҙарға ғына ҡағылмай.

 

Роберт МИҢНУЛЛИН

Автор: Гөлнара Солтанова
Читайте нас