

Пенсияға сыҡҡанға тиклем нефть эшкәртеү заводында эшләгән 79 йәшлек әбейгә нефть компанияһы хеҙмәткәрҙәре шылтырата. Улар билдәһеҙ кешеләрҙең мәғлүмәттәр базаһына инеүен хәбәр итеп, хеҙмәткәрҙәрҙең, шул иҫәптән пенсионерҙарҙың яңыртылған мәғлүмәттәрен тикшерергә кәрәклеген аңлата.
Артабан бәйләнешкә "ФСБ", "Үҙәк банк" вәкилдәре сыҡҡан. Әбейгә уның банк иҫәбенән аҡсаны дуҫ булмаған дәүләткә күсерергә маташыуҙары тураһында һөйләйҙәр. Шуға бәйле ентекле тикшереү буласаҡ, тиҙәр, пенсионерға уларҙың регламенты буйынса бөтә ғәмәлдәрҙе лә теүәл башҡарырға ҡушалар.
Ҡото осҡан әбей күрһәтмәләрҙе үтәй башлай: яңы кеҫә телефоны, сим-карта һатып ала, телефонына ҡушымта урынлаштыра. Артабан муттар ашығыс рәүештә аҡсаны "хәүефһеҙ иҫәпкә" күсереүҙе һәм улар күрһәткән банкта ячейканы ҡуртымға алыуҙы талап итә.
Финанс учреждениеһына килгәс, әбей 800 мең һум аҡсаһын алырға ниәтләй. Әммә "Уралсиб банкы" хеҙмәткәрҙәре һөйләшеү барышында пенсионерҙың муттар йоғонтоһо аҫтында булыуын аңлай, полицияға шылтырата.
Яҡын арала банк хеҙмәткәрҙәре РФ ЭЭМ Өфө ҡалаһы буйынса идаралығына бүләкләү өсөн саҡырыласаҡ, тип яҙа Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте.
Фото: https://vk.com/mvdporespublikebashkortostan?w=wall-212351849_5732