Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Декабрь 2025, 14:30

Ағыу килтергән наркокурьер

Башҡортостан полицияһы Мәскәү яғынан килгән наркокурьерҙан 5 килограмдан ашыу мефедрон тартып алған.

Ағыу килтергән наркокурьер
Ағыу килтергән наркокурьер

БР буйынса ЭЭМ Дәүләт автоинспекцияһы юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө районы буйынса наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу бүлеге оперативниктары менән берлектә Өфө ҡалаһының Көнбайыш урау юлының 8-се километрында Hyundai автомобилен туҡтата.

Транспорт сараһын тикшереү барышында полиция хеҙмәткәрҙәре запас тәгәрмәстән 12 вакуумланған полимер пакетты таба, унда дөйөм ауырлығы килограмдан ашыу билдәһеҙ матдә була. Бынан тыш, ғәйепләнеүсенең кеҫә телефоны тартып алына, унда республика баш ҡалаһы һәм Өфө районы территорияһында йәшерен урындарҙың географик координаталары менән һүрәттәр табыла.

Оперативтар күрһәтелгән урындарҙы тикшерә һәм тағы ла 30-ға яҡын шундай уҡ брикет таба. Табылдыҡты тикшереү өсөн төбәк Эске эштәр министрлығының Эксперт-криминалистик үҙәгенә ебәрәләр. Уның һөҙөмтәләре буйынса матдәләр мефедрон булыуы асыҡлана. Наркотиктарҙың дөйөм ауырлығы биш килограмдан ашыу тәшкил итә (Өфө районында яҡынса 2,7 килограмм һәм Өфөлә 2,3 килограмдан ашыу наркотик алына).

Билдәле булыуынса, ҡулға алынған кеше бер ни тиклем ваҡыт элек мессенджерҙарҙың береһендә был "эште" тапҡан. Ул бер нисә ай дауамында, аноним куратор етәкселегендә эш итеп, Һамар өлкәһе һәм Башҡортостан территорияһында законһыҙ ғәмәлдәр - "синтетика"ны ташыу, төрөү һәм контактһыҙ һатыу менән шөғөлләнә.

Наркокурьер үҙенең ғәйебен тулыһынса таный. Уға ҡарата Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 30-сы статьяһының 3-сө өлөшөндә, 228.1-се статьяһының 4-се һәм 5-се өлөштәрендә ҡаралған енәйәт билдәләре буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылған. Тикшереү ваҡытында фигурантҡа һаҡ аҫтына алыу сараһы һайлана.

Фото: https://vk.com/mvdporespublikebashkortostan

 

Автор: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас