

Нефтекама ҡалаһында йәшәүсе 66 йәшлек ирҙе муттар законһыҙ эшмәкәрлекте финанслауҙа ғәйепләп, аҡсаны һаҡлау маҡсатында курьерға бирергә ҡушҡандар. Ир ышанған...
10 октябрҙә пенсионерға ике тапҡыр килеп, 12,5 миллион һум аҡсаны алып киткән 23 йәшлек егетте тотҡандар. Новосибирск ҡалаһынан ул. Курьерға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Өфөнөң Ленин районы прокуратураһының позицияһын иҫәпкә алып, суд уны 17 февралгә тиклем һаҡ аҫтына алған. Тикшереү эштәре дауам итә.
Фото һәм видео: БР Прокуратураһы.