Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Декабрь 2025, 18:01

ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһының дөйөм йыйылышы

Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһының дөйөм йыйылышында ҡатнашты.

ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһының дөйөм йыйылышы
ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһының дөйөм йыйылышы
23 декабрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһының дөйөм йыйылышында ҡатнашты, уны уның рәйесе, илдең сит ил эштәре министры Сергей Лавров үткәрҙе.
Ултырышта Комиссияның 2025 йылдағы эшмәкәрлегенең төп йомғаҡтары тикшерелде һәм алдағы осорға перспективалар билдәләнде. Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы етәксеһе Башҡортостандың ҡаҙаныштарын айырыуса билдәләне.
- Барлыҡ ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, уҙып барған йылда Рәсәй, һәр ваҡыттағыса, ЮНЕСКО эшмәкәрлегенең бөтә йүнәлештәре буйынса эшенә тос өлөш индерҙе. Рәсәй инициативаһы буйынса ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы комитеты Бөтә донъя мираҫы исемлегенә Башҡортостанда урынлашҡан палеолит сәнғәте шедеврын - Шүлгәнташ мәмерйәһенең ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәрен индерҙе. Хәҙер исемлектә - 34 Рәсәй объекты, - тине Сергей Лавров. - ЮНЕСКО-ның глобаль геопарктар буйынса советының юғары баһаһына Рәсәйҙә икенсе геопарк - Башҡортостан Республикаһында "Торатау" геопаркын булдырыуға ғариза лайыҡ булды. Номинация киләһе йылдың яҙында үтәсәк ЮНЕСКО-ның башҡарма советы ултырышында раҫлау өсөн тәҡдим ителә. Рәсәйҙең гуманитар өлкәләге халыҡ-ара позицияларын нығытыу киләсәктә лә беҙҙең иғтибар үҙәгендә булырға тейеш. Беҙ бында үҙ-ара килешеп һәм инициативалы эш итеүҙе дауам итербеҙ, тип ышанам.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең сығышында республика ЮНЕСКО менән тәбиғәтте, этномәҙәни төрлөлөктө һаҡлау, экологик туризмды үҫтереү, мәғариф проекттарын тормошҡа ашырыу йәһәтенән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеүен билдәләне.
 
Автор: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас