Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Декабря 2025, 12:27

Ярҙамһыҙ ҡалдырмағандар!

Балалар тейәлгән автобус бәләгә тарыған кисә буранда.

Ярҙамһыҙ ҡалдырмағандар!Ярҙамһыҙ ҡалдырмағандар!
Ярҙамһыҙ ҡалдырмағандар!

БР буйынса ЭЭМ ДАИ юл-патруль хеҙмәтенең айырым махсуслаштырылған батальоны хеҙмәткәрҙәре полиция өлкән лейтенанттары Булат Сафин менән Павел Зараменских патруль маршрутында, Өфө-Бөрө-Яңауыл автомобиль юлы буйлап хәрәкәт иткәндә, юл ситендә боҙолоп торған "ГАЗель" мәктәп микроавтобусын күреп ҡала. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре туҡтай. Автобустың боҙолоуы, салонда ун биш бала һәм ике оҙатып йөрөүсе педагог булыуы, уларҙың Өфөнән Ҡалтасы районының Краснохолмский ауылына юлланыуы асыҡлана. Етмәһә, республикала һауа шарттарының боҙолоуына бәйле, юлдың тап шул участкаһында пассажирҙар һәм йөк транспорты хәрәкәте ваҡытлыса сикләнгән була.

Автоинспекторҙар шунда Дыуанай ауылындағы мәктәп директоры менән бәйләнешкә инә һәм балаларға урын биреү тураһында һөйләшә. Юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары ярҙамға килгән автобусты көтөп алалар, балаларҙы күсерешеп ултырталар, шунан һуң уларҙы ваҡытлыса дислокация урынына оҙаталар. Унда балаларҙы йылы сәй, аш менән ҡаршы алалар.

Бынан тыш, хоҡуҡ һаҡлау органдары ватылған мәктәп автобусын яҡындағы автосервисҡа еткергән эвакуатор саҡыра.

Юлда бәләгә тарығандарға ярҙам иткән полиция хеҙмәткәрҙәренә, Дыуанай мәктәбенә рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ. Һәр беребеҙгә шундай изге күңелле кешеләр осрап торһон!

Фото: https://web.telegram.org/a/#-1001239180472

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас