Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Декабрь 2025, 21:26

Яңы указ

Владимир Путин Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылын үткәреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

Яңы указ
Яңы указ

2026 йыл Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы тип иғлан ителде. Был турала указға Рәсәй президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы. Бынан алда дәүләт башлығы Бөтә Рәсәй казак йәмғиәте атаманы Виталий Кузнецовтың киләһе йылды Рәсәй халыҡтарының берҙәмлегенә һәм милләт-ара татыулыҡҡа бағышлау инициативаһын хуплағайны. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенә ойоштороу комитетын булдырырға һәм тематик йылды үткәреү өсөн саралар планын әҙерләргә кәрәк.

Фото: РФ Президентының рәсми сайты / kremlin.ru

Автор: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас