Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Декабрь 2025, 12:51

"Волга-Янцзы" форматы

Башҡортостандың Премьер-министры Андрей Назаров үҙенең сәхифәһендә Ҡытай халыҡ республикаһы менән хеҙмәттәшлек хаҡында яҙҙы.

"Волга-Янцзы" форматы"Волга-Янцзы" форматы
"Волга-Янцзы" форматы

- Ҡытай менән беҙ "Волга-Янцзы" форматында 2013 йылдан бирле эшләйбеҙ, - тип белдерә Андрей Назаров. - Был ваҡыт эсендә тура бәйләнештәр булдырыла һәм биш төбәк, шул иҫәптән Чунцин һәм Сычуань провинцияһы менән килешеүҙәр төҙөлә. Башҡортостан өсөн был өҫтәмә йүнәлеш түгел, ә төп йүнәлештәрҙең береһе: 2025 йылдың 9 айы йомғаҡтары буйынса Ҡытайға беҙҙең тышҡы сауҙа әйләнешенең 17,7 проценты тура килә. Эйе, йыл еңелдән түгел: Рәсәй менән Ҡытайҙың үҙ-ара сауҙаһы дөйөм алғанда 9,5 процентҡа кәмегән. Әммә беҙ үҙебеҙ өсөн үҫеш нөктәләрен күрәбеҙ - туризм, аҙыҡ-түлек, химия һәм каучук, һәм сеймал булмаған экспортты арттырасаҡбыҙ, Ҡытай сауҙа селтәрҙәренә инәсәкбеҙ. Конкрет миҫалдар бар: Ҡытай магазиндарына Турбаслынан тауыҡ боттары һәм Мәләүездән киптерелгән һөт индерелгән. Потенциал, әлбиттә, бик ҙур. Ҡытай бик тиҙ үҫешә, һәм был хеҙмәттәшлектең артында ҡалыу дөрөҫ булмаҫ ине. Беҙ уңайлы урында торабыҙ, беҙҙе Ҡаҙағстан ғына айыра, шуға күрә Ҡытай һәр муниципалитетта даими эшләү режимында булырға тейеш. Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығына Цзянси, Аньха, Сычуань, Хубэй һәм Чунцин менән хеҙмәттәшлекте көсәйтергә, ә Транспорт министрлығына - Өфөнән Ҡытай Халыҡ Республикаһына тура авиарейстар буйынса тәҡдимдәр индерергә йөкмәтәм.

Фото: https://vk.ru/wall555400080_18238

 

"Волга-Янцзы" форматы
"Волга-Янцзы" форматы
"Волга-Янцзы" форматы
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас