Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Декабря 2025, 16:33

Еңеүселәр исемлегендә беҙҙекеләр ҙә бар

"Алтын полка - 2025" моделле муниципаль китапханалар фондтарын формалаштырыу һәм үҫтереү буйынса иң яҡшы тәжрибәләрҙе асыҡлау буйынса Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре исемлеге баҫылған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Еңеүселәр исемлегендә беҙҙекеләр ҙә барЕңеүселәр исемлегендә беҙҙекеләр ҙә бар
Еңеүселәр исемлегендә беҙҙекеләр ҙә бар

Төп номинацияла ауыл китапханалары араһында Шишмә районынан Келәш ауыл моделле китапханаһы еңеү яулай. Ошо уҡ китапхана электрон ресурстарҙы файҙаланыу тураһында иң яҡшы эссе өсөн махсус призға лайыҡ була. Салауат ҡалаһының " Үҙ химияһы " яңы быуын моделле үҙәк китапханаһы дәртләндереү дипломы менән билдәләнгән. Бүләкләү тантанаһы 2026 йылдың 3 апрелендә Санкт-Петербургта үтәсәк.

Фото: Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Баныу Ҡаһарманова