Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Декабрь 2025, 13:32

Дәүләт ярҙамы

2025 йылда республикала агростраховкалауға дәүләт ярҙамы 214 миллион һумдан ашҡан.

Дәүләт ярҙамыДәүләт ярҙамы
Дәүләт ярҙамы

Башҡортостан Республикаһының агросәнәғәт комплексында 2025 йылда үҫемлекселек өлкәһендә 105 страховка килешеүе төҙөлгән. Аграрийҙар 275 мең гектар иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын, 31 мең гектар техник культураларҙы, 31 мең гектар майлы культураларҙы страховкалай. Дөйөм страховкаланған майҙан 337 мең гектарҙан ашып киткән .

- Аграр страховкалау федераль һәм төбәк бюджеттарынан дәүләт ярҙамын күҙ уңында тота, бюджет сығымдарҙың яртыһын тиерлек ҡаплай, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. - 2025 йылда был маҡсатҡа 214,5 миллион һум йүнәлтелгән. Һауа торошо аграрийҙарға һирәк ыңғай тәьҫир итә, ҡоролоҡто дымланыу алмаштыра, шуға күрә дәүләт ярҙамы менән агростраховкалау - һәр ауыл хужалығы предприятиеһының уңышлы эшләүенең мөһим өлөшө. Әйтергә кәрәк, 2025 йылда Башҡортостан Республикаһында үҫемлекселек өсөн 159 миллион һум субсидия йүнәлтелгән, тағы ла 56 миллион һум - малсылыҡты страховкалауға дәүләт ярҙамы. Республикала 53 мең баш эре мөгөҙлө мал, 448 мең баш сусҡа, 3.3 миллион баш ҡош-ҡорт страховкаланған.

Фото: https://pravitelstvorb.ru/news/28087/

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас