Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Декабрь 2025, 21:03

Айырылышыуҙар һаны кәмегән

Тарҡалған союздар һаны 28 процентҡа тиерлек әҙерәк - һуңғы туғыҙ айҙа республикала айырылышыуҙар динамикаһы шундай. Был хаҡта Андрей Назаров белдерҙе.

Айырылышыуҙар һаны кәмегән
Айырылышыуҙар һаны кәмегән

- Никахтар һаны 3 процентҡа артҡан, - тип яҙҙы үҙенең сәхифәһендә БР Премьер-министры. - Был һандар тик статистика ғына түгел. Был - 2036 йылға тиклем ғаилә һәм демография сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса эш стратегияһы сиктәрендә алып барылған ғаиләне нығытыу буйынса системалы эштең тәүге, әммә бик өмөтлө емеше. Төп ҡоралдарҙың береһе булып ғаилә медиацияһы тора. Был конфликтты судҡа алып бармау, ә һөйләшеүҙәр ярҙамында хәл итеү мөмкинлеге. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, күп парҙар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был мөмкинлек хаҡында белмәй. Ә бит профессиональ медиаторҙар ярҙамында беҙ йылына яҡынса 100 ғаиләне ҡотҡара алабыҙ. Хеҙмәт министрлығы коллегалары менән был эште бөтә муниципалитеттарҙа ла киңәйтергә ҡарар иттек. Ныҡлы ғаилә - төбәгебеҙҙең һәм илебеҙҙең именлегенең нигеҙе.

Фото: https://ok.ru/profile/581492478309/statuses/157099968519525

 

Айырылышыуҙар һаны кәмегән
Айырылышыуҙар һаны кәмегән
Автор: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас