

Салауат район-ара суды Дыуан районында йәшәүсе ҡатынға ҡарата енәйәт эше буйынса хөкөм сығарҙы.
Ул власть вәкилен мыҫҡыллауҙа һәм уға ҡарата кеше ғүмере һәм һаулығы өсөн ҡурҡыныс булмаған көс ҡулланыуҙа ғәйепле тип табыла.
Судта билдәләүҙәренсә, 2025 йылдың июнендә юл-патруль хеҙмәте инспекторы Дыуан районында йәшәүсе иҫерек ир идара иткән "Лада Икс-рей" автомобилен туҡтата. Салонда уның ҡатыны һәм 3 йәшлек балаһы була.
Иргә ҡарата административ материал төҙөгәндә, машинаның махсус туҡталҡаға алып китеүҙәрен аңлаған ҡатын руль артына ултыра ла, китеп бара.
Транспорт сараһын туҡтатҡандан һуң, ул сит кешеләрҙең йорттарында ҡасырға маташа, тәртип һаҡсыларын мыҫҡыл итә, һуғыша.
Хөкөм ителеүсе енәйәттәрҙә ғәйепле булыуын таный.
Суд уға шартлы рәүештә 3 йылға иркенән мәхрүм итеү һәм шул уҡ осорға һынау срогы менән 30 мең һум күләмендә штраф тәғәйенләй, тип хәбәр итә БР Прокуратураһы.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.