Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Декабрь 2025, 19:22

Алкоголь продукцияһын һатыуға сикләүҙәр

2019 йылдан Башҡортостанда Яңы йыл байрамдарында алкоголь продукцияһын һатыуға сикләүҙәр индерелгән.

Алкоголь продукцияһын һатыуға сикләүҙәр
Алкоголь продукцияһын һатыуға сикләүҙәр

Быйыл законға яңы төҙәтмәләр индерелде. 2026 йылда алкоголде ваҡлап һатыу тыйыла:
- 3 ғинуарҙа киске сәғәт 5-тән киске 11-гә тиклем;
- 4, 5, 6 ғинуарҙа иртәнге сәғәт 8-ҙән 10-ға тиклем һәм киске сәғәт 5-тән 11-гә тиклем.

Тыйыу Башҡортостандың Сауҙа министрлығы контроле аҫтында тора һәм йәмәғәт туҡланыуы учреждениеларына ҡағылмай. Сикләүҙәрҙең төп маҡсаты - йәмәғәт тәртибен һәм республика халҡының хәүефһеҙлеген тәьмин итеү.

Ҡағиҙәне боҙоусыларға штраф янай:

- вазифалы кешеләр өсөн - 20 меңдән 40 мең һумға тиклем;
- юридик шәхестәр өсөн - 100 меңдән 300 мең һумға тиклем.

Видео: https://web.max.ru/-68431648896415

 

Автор: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас