Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Декабря 2025, 12:47

17 проценттан ашыу тауар әйләнеше - Ҡытай өлөшөнә

Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендәге төбәк хөкүмәтенең сираттағы ултырышында "Волга-Янцзы" стратегик төбәк-ара форматы сиктәрендә Ҡытай Халыҡ Республикаһы төбәктәре менән хеҙмәттәшлекте тормошҡа ашырыу барышы ҡаралған.

17 проценттан ашыу тауар әйләнеше - Ҡытай өлөшөнә17 проценттан ашыу тауар әйләнеше - Ҡытай өлөшөнә
17 проценттан ашыу тауар әйләнеше - Ҡытай өлөшөнә

2013 йылдан алып дауам иткән партнерлыҡ был ваҡыт эсендә Ҡытайҙың биш динамик үҫешкән төбәге, шул иҫәптән үҙәк буйһоноу ҡалаһы Чунцин һәм Сычуань провинцияһы менән туранан-тура килешеүҙәр төҙөү мөмкинлеген бирә. Премьер-министр Андрей Назаров Ҡытайҙың республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәрендәге төп ролен билдәләне.

- Ағымдағы йылдың туғыҙ айында Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнешенең 17,7 проценты Ҡытай өлөшөнә тура килде, ул 485,4 миллион доллар тәшкил итте. Ысынында, һәр алтынсы доллар Ҡытай партнерҙары менән хеҙмәттәшлек итеүҙән тора. Бер-береһе менән хеҙмәттәшлек итеү өсөн тулы инфраструктура булдырылған. Был Ҡытайҙағы пошлинаһыҙ склад ролен үтәүсе бонд зонаһы, шулай уҡ логистика, транссик оплат һәм технологиялар трансферы мәсьәләләрен хәл итеүсе Башҡортостан-Ҡытай сауҙа йорто, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды министрҙар кабинеты башлығы.

Ошо турала тулыраҡ мәғлүмәт рәсми сайтта: https://pravitelstvorb.ru/news/28090/

Фото: https://pravitelstvorb.ru/news/28090/

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас