Гуманитар ярҙам әҙерләүҙә райондың һәр ауыл биләмәһе халҡы ҡатнашты, ирекмәндәр, эшҡыуарҙар, предприятие һәм ойошма хеҙмәткәрҙәре, үҫеп килгән быуын, бигерәк тә хаҡлы ялдағылар был изге эштән ситтә ҡалмай.
Күмәкләп еңеү өсөн бөтә көсөн йүнәлткән хәйбуллалар дрондан ҡурсалаған япмалар, маскировка селтәрҙәре, төҙөлөш материалдары, йылы кейемдәр, медикаменттар, өй күстәнәстәре, тушенкалар һәм башҡа бик күп көнкүреш кәрәк-яраҡтары ебәрҙеләр.
Педагогтар менән берлектә балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре, мәктәп уҡыусылары «Һалдатҡа посылка», «Һалдатҡа хат» акцияһында ихлас ҡатнаштылар, уларҙан яугирҙарға Яңы йыл бүләктәре оҙатылды. Йәш быуындың изге эштә ҡатнашыуы илһөйәрлек тойғоларын үҫтерә, ауыр саҡта бер-береңә ярҙам итеү кеүек сифаттарҙы тәрбиәләй.
Автор:Лира ТАКАЛОВА.
"Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзите сайтынан.