Башгидромет синоптиктары мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 24 декабрҙә, көндөҙ һауа температураһы -25 градусҡаса түбәнәйә. Төндә -27…-32 градус күрһәтәсәк.
Кесаҙна, 25 декабрҙә, тағы ла һыуығыраҡ була.
Төндә температура -26, -31 градусҡа тиклем төшә, аяҙытҡанда -36 градусҡа тиклем һыуыҡтар булыуы ихтимал. Көндөҙ шулай уҡ -20-25 градус, ҡайһы бер райондарҙа -30 градус һалҡын буласаҡ.
Температура фоны климат нормаһынан 9-14 градусҡа түбәнерәк. Әммә һыуыҡтар ике көн генә дауам итәсәк. Йылытыу 26 декабрҙә көндөҙ башлана: температура яйлап күтәрелә. Ҡар яуыуы көтөлә.