Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Декабрь 2025, 14:01

"Йоҡа боҙ" операцияһы

"Йоҡа боҙ" профилактик операцияһына ярашлы БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының хеҙмәткәрҙәре йылға-күлдәргә рейдтар ойоштора.

"Йоҡа боҙ" операцияһы
"Йоҡа боҙ" операцияһы

Был юлы улар Нуриман районындағы Павловка һыуһаҡлағысына, Сибай янындағы Төйәләҫ йылғаһына, Салауат районындағы Йүрүҙән йылғаһына, Туймазы районындағы Исмаил карьерҙарына барып, балыҡсылар менән әңгәмәләр үткәргән, йоҡа боҙға сығыу хәүефе тураһында иҫкәрткән. Шулай уҡ боҙҙоң ҡалынлығын да үлсәгәндәр.
Рейдтар артабан да дауам итәсәк.

Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

"Йоҡа боҙ" операцияһы
"Йоҡа боҙ" операцияһы
Автор: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас