

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн бер нисә федераль һәм төбәк-ара юлдарҙа хәрәкәт сикләнгәйне, сәғәт икелә хәрәкәт рөхсәт ителде. Ләкин киске сәғәт туғыҙға тиклем Өфө-Аэропорт, Өфө-Шаҡша-КПМ, Өфө-Жилин, Өфө-Затон-КПМ һәм Бөрө трактында йөк транспорты өсөн юл ябыҡ. БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре водителдәрҙе һәм пассажирҙарҙы юлға сығыуҙан тыйылып торорға саҡыра.
Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.