Быйыл “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Әбйәлил районындағы ятҡылыҡта геологик разведка эштәренә тотондо. Төбәктә үҙ эшмәкәрлеген рәсми рәүештә башлаған компания ағымдағы йылда ниндәй эштәр башҡарҙы? Киләсәккә ниндәй пландар билдәләнгән? Ошо һәм башҡа һорауҙар буйынса хәбәрсебеҙ йәмғиәт директоры Таһир Бәхтигәрәев менән әңгәмәләште.
-Таһир Тимербай улы, Әбйәлил районында иң тәүге осорҙағы эшмәкәрлегегеҙ менән таныштырып үтһәгеҙ?
- Беҙҙең компания иң алда инвестиция проекты тураһында урындағы халыҡҡа асыҡтан-асыҡ һөйләргә, борсоған һорауҙарына аныҡ яуаптар ҡайтарырға тигән маҡсат ҡуйҙы. Тап шуның өсөн йыл башында уҡ Әбйәлил халҡы өсөн Силәбеләге тау-байыҡтырыу комбинатына экскурсиялар ойошторҙоҡ, ауылдарҙа осрашыуҙар үткәрҙек, унда пландарыбыҙ тураһында ентекле һөйләнек, бөтә һорауҙарға яуап бирҙек. Киң мәғлүмәт саралары менән әүҙем хеҙмәттәшлек итәбеҙ, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ултырыштарында ҡатнашабыҙ һәм матбуғат конференциялары ойошторабыҙ. Беҙҙең асыҡ эш күп шик-шөбһәләрҙе юҡҡа сығарырға һәм халыҡтың ышанысын яуларға ярҙам итте.
-Геологик разведка эштәре ҡасан башланды?
- Ағымдағы йылдың июнь айында баҡыр ятҡылығында эҙләнеү эшенә тотондоҡ, бының өсөн юғары квалификациялы махсус ойошма йәлеп иттек. Тәбиғәтте һаҡлау, тирә-яҡҡа зыян килтермәү мөһимлеген аңлайбыҙ, шуның өсөн быраулау ҡоролмалары ҡуйылған урындарҙа ғына ағастарҙы ҡырҡтыҡ. Урман хужалығы министрлығы вәкиленең контроле аҫтында эшләнек: һәр ҡырҡылған төп хаҡында отчет РФ-ның милек идаралығына тапшырылды.
- Май айында районда үҙегеҙҙең офисығыҙҙы астығыҙ һәм компанияны рәсми рәүештә Әбйәлилдә теркәнегеҙ. Бының төбәк өсөн ыңғай яҡтары?
- Ысынлап та, Асҡарҙа беҙҙең офис асылды, унда һәр кемгә беҙҙең проект тураһында мәғлүмәт алырға мөмкин. Әлеге ваҡытта бында экологтар, йәмәғәтселек менән бәйләнеш һәм геология-маркшейдер өлкәһе белгестәре эшләй. Беҙҙең офисҡа 300-гә яҡын кеше килгән, күпселекте буласаҡ эш урындары ҡыҙыҡһындыра. Августа предприятиены Әбйәлил районында рәсми теркәү процедураһын тамамланыҡ. Был һалым түләмдәренең бер өлөшө урындағы бюджетҡа күсә һәм райондың үҫешенә булышлыҡ итә тигән һүҙ.
-Йәйгеһен ятҡылыҡта Өфө ғалимдары тикшеренеүҙәр уҙғарғайны...
-Эйе. Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге белгестәрен йәлеп итеп, фауна һәм флораны ентекле тикшерттек. Беҙ киләсәктә, инвестиция проектын тормошҡа ашырғанда, һирәк осраған үҫемлектәрҙе күсереп ултыртыу өсөн уларҙы кәртәләп алдыҡ. Экосистемаға зарар килтермәү, тәбиғәтте һаҡлау закондарын тулыһынса үтәү эшебеҙҙең мөһим йүнәлеше булып тора.
-Геологик разведка буйынса ни әйтерһегеҙ? Һөҙөмтәләр бармы?
-Волга буйы федераль округының ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса департаменты биргән ғәмәлдәге лицензияға ярашлы, беҙ геологик разведка эштәрен билдәләнгән этаптарға һәм ваҡытҡа ярашлы алып барабыҙ. Йыл аҙағына эҙләнеү-баһалау эштәрен, йәғни геологик, геотехнологик һәм гидрогеологик скважиналар быраулауҙы тамамланыҡ. Әлеге ваҡытта сеймал, тау тоҡомо өлгөләрен анализлау бара. Аналитик тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре буйынса 2026 йылда беҙ запастарҙы иҫәпләп сығарасаҡбыҙ һәм проекттың техник-иҡтисади фаразын әҙерләйәсәкбеҙ. Артабан материалдар дәүләт экспертизаһына ебәреләсәк. Ыңғай һығымта яһалған осраҡта, киләһе этапҡа күсәсәкбеҙ. Төп геологик разведка проектын эшләп, Рәсәй геологик экспертизалау идаралығы һығымта алғандан һуң эҙләнеү-быраулау һәм аналитик эштәр комплексы үткәреләсәк. Баҡыр запастарын иҫәпләгәндән һәм яңынан техник-иҡтисади нигеҙләүҙе эшләгәндән һуң запастар дәүләт балансына ҡуйыла. Проектлау буйынса эште 2026 йылдың икенсе яртыһында башларға ниәтләйбеҙ.
- Әбйәлилдә инвестиция проектын тормошҡа ашырыуҙы мониторинглау буйынса күҙәтеү советы ойошторолдо.
- Әйтеп үткәнемсә, беҙҙең маҡсат – халыҡ менән аралашыу, асыҡ эшләү. Әбйәлил районы башлығы Айрат Әминев рәйеслегендә күҙәтеү советы ойошторолғандан алып беҙ конструктив хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Был беҙҙең инвестиция проектын тормошҡа ашырыу өсөн бик мөһим, тип ышанам. Күҙәтеү советы менән бер нисә ултырыш үткәрҙек, шуларҙың икәүһе-ятҡылыҡ участкаһында. Был осрашыуҙар барышында беҙ совет ағзаларына геологик разведка эштәре тураһында тулы мәғлүмәт бирҙек.
-Компанияның кадрҙар резервына инергә буламы? Бының өсөн ҡайҙа мөрәжәғәт итергә кәрәк?
-Әлбиттә. Хәҙерге ваҡытта беҙҙең төп эшмәкәрлек геологик разведка һәм баҡыр запастарын баһалауға йүнәлтелгән булһа ла, беҙ буласаҡ комбинат өсөн белгестәр туплайбыҙ. Һорауҙарығыҙ булһа, Асҡарҙағы офисҡа килегеҙ, беҙҙең ишектәр һәр кемгә асыҡ. Шулай уҡ беҙҙең менән электрон почта аша бәйләнешкә инергә мөмкин: Salavatskoye@rcc-group.ru. Бынан тыш, “Бәйләнештә” социаль төркөмөндә, Телеграмда яңылыҡтарыбыҙ менән таныштырып барабыҙ. Шәхсән осрашып, бөтә һорауҙарға яуап алыр өсөн офисҡа килеүҙән дә ҡулайлыһы юҡ тип һанайым.
-Киләсәктә тау-байыҡтырыу комбинатында эшләү өсөн тау сәнәғәте белгестәре кәрәк буласаҡ.
-Был эште лә күҙ уңынан ысҡындырмайбыҙ. Беренсенән, маҡсатлы уҡытыу программаһы буйынса республика йәштәрен илдең тау сәнәғәте буйынса алдынғы вуздарына - Өфө фән һәм технология университеты, Башҡорт дәүләт аграр университеты, Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университеты, Магнитогорск дәүләт-техник университеты һәм Екатеринбургтағы тау университетына уҡырға ебәрәбеҙ. Беҙгә тау эшкәртеү һәм геология тармағы белгестәренән алып экологтарға, геодезистарға тиклем яҡшы белемле белгестәр кәрәк буласаҡ. Икенсенән, һөнәрселек училищелары менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Сибай, Урал аръяғының агросәнәғәт колледжының Аҡъяр филиалын тамамлаусы студенттарҙы юғары технологиялы предприятиеларға эшкә урынлаштырыу өсөн килешеүҙәр төҙөнөк.
- «Салауат» ЯСЙ-һы иң тәүҙән социаль яуаплы компания булыуына ышандырҙы. Быны ниндәй эштәр менән дәлилләй алаһығыҙ?
-Тәүге көндән беҙҙең компания Әбйәлил районы тормошонда әүҙем ҡатнаша. Буласаҡ предприятиеның хеҙмәткәрҙәре һәм уларҙың ғаиләләре бында йәшәйәсәк, шуның өсөн лайыҡлы шарттар булырға тейеш. Ошо ҡыҫҡа ғына осорҙа райондың социаль инфраструктураһын үҫтереүгә 103 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлттек. Компанияның районда рәсми теркәлеүе мөһим — һалымдар урындағы бюджетҡа күсә һәм райондың үҫешенә булышлыҡ итә.
-Быйыл районда төрлө йүнәлештәрҙә әүҙем эш алып барҙығыҙ...
-Балаларҙың һәләттәрен үҫтереүгә йүнәлтелгән социаль программаны уңышлы тормошҡа ашырҙыҡ. «Ғилем» олимпиадаһында райондың төрлө мәктәптәренән 1500-ҙән ашыу алдынғы уҡыусы ҡатнашты. 8 миллион һум аҡса бүлдек, еңеүселәргә ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙыҡ. Ғөмүмән, районда балаларҙы иғтибарҙан өҙмәҫкә тырышабыҙ. Көҙгөһөн район үҙәгендә быйыл асылған «Хазина» балалар баҡсаһында гортензиялар ултырттыҡ. Яңы йыл алдынан Асҡарҙың «Миләш» балалар баҡсаһында шыршы ҡуйҙыҡ.
Район мәҙәниәт һарайында һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балалар өсөн уҙғарылған байрам сараһында ҡатнаштыҡ.
Йыл дауамында экологик акциялар үткәрҙек. Мәҫәлән, "Ҡыҙыл, йәшә!" өмәһендә йылғаның тирә-яғын таҙарттыҡ, Йәлембәт ауылында скверҙа Еңеү көнөнә шыршы үҫентеләре ултырттыҡ.
Төбәктә спортты үҫтереүҙә ярҙам итәбеҙ. Йәйгеһен «Ирәндек» балалар ял лагерында заманса спорт майҙансығы төҙөнөк. Район һабантуйында һәм байрамдарҙа милли көрәш ярыштарына бағымсы булдыҡ. Тупаҡ ауылында самбо клубын асыу тантанаһында спорт ҡорамалдары бүләк иттек.
Компанияның иң ҙур күләмле эше - Буранғол урта мәктәбе интернатына капиталь ремонт. Яңы уҡыу йылына уңайлы һәм йылы интернатты файҙаланыуға тапшырҙыҡ, шулай уҡ йыһаз һәм бөтә кәрәк-яраҡ менән тәьмин иттек. Бер юлы Буранғол дауаханаһын да ремонтланыҡ, яңы медицина ҡорамалдары алдыҡ.
Район халҡы мөрәжәғәттәрен дә иғтибарһыҙ ҡалдырмайбыҙ. Ҡушый ауылынан Исламғоловтар ғаиләһенә ярҙам иттек, янғында зыян күргән ҡыҙға реабилитация сығымдарын ҡапланыҡ.
- Таһир Тимербай улы, киләһе йылға ниндәй пландарығыҙ хаҡында әйтеп үтһәгеҙ?
- Артабан да район халҡын борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам күрһәтәсәкбеҙ. Был эштәргә 100 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтергә ниәтләйбеҙ. Республика Башлығы Радий Хәбиров менән “Тура бәйләнеш”кә мөрәжәғәт иткән Михайловка халҡына ярҙам итәсәкбеҙ. Киләһе йылда мәктәпкә спорт залын төҙөй башлайбыҙ.