Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Декабря 2025, 09:52

Ниңә генә аралашҡандыр...

Благовещен районынан 52 йәшлек ҡатын муттарға 6,5 миллион һум аҡса күсергән.

Ниңә генә аралашҡандыр...Ниңә генә аралашҡандыр...
Ниңә генә аралашҡандыр...

Октябрҙә уға ФСБ хеҙмәткәре шылтыратып, дошмандарҙы финанслауҙа ғәйепләй, енәйәт эшен асыу менән янай. Был проблеманы хәл итергә - ышаныс ҡағыҙын ғәмәлдән сығарырға, мутлыҡты туҡтатырға Росфинмониторинг менән Үҙәк банк хеҙмәткәрҙәре ярҙам итәсәк, тип белдерә. Тиҙҙән "белгестәр" уның исеменә билдәһеҙ кешеләрҙең кредит юллауҙарын хәбәр итеп, йәһәтерәк икенсе иҫәп асырға ла, бөтә аҡсаны шунда күсерергә ҡуша.

Паникаға һәм баҫымға бирелгән ҡатын аҙналар буйына мутлашыусыларға аҡсалар ебәргән. Тамам бөлгөнлөккә төшкән ҡорбандан башҡа бер тин дә ала алмауҙарын аңлағас ҡына, енәйәтселәр уны тыныслыҡта ҡалдырған. 6,5 миллион һумлыҡ бурыс менән...

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас