Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Декабрь 2025, 10:10

Башҡортостанда бер юлы 5 трасса ябылды!

Һауа торошо аҡылдан яҙған кеүек ҡотора. Әлегә  юлға сыҡмау яҡшыраҡ.

Башҡортостанда бер юлы 5 трасса ябылды!
Башҡортостанда бер юлы 5 трасса ябылды!

Башҡортостанда епшек ҡар, буран, боҙлауыҡ һәм күреү мөмкинлеге насар булыу сәбәпле тағы өс юл участкаһында йөк машиналары һәм пассажирҙар транспорты хәрәкәте ябылды. Был хаҡта БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

8:15 сәғәттән Өфө – Иглин – Красная Горка – Павловка (Иглин һәм Нуриман райондары) автомобиль юлының 16-101 километры һәм Благовещен – Павловка автомобиль юлының 0-65 километрында хәрәкәт сикләнде.

9: 15 сәғәттә Ҡырмыҫҡалы, Архангел һәм Белорет райондарында Өфө – Инйәр – Белорет автомобиль юлының 25-204 километры буйлап йөк һәм пассажирҙар транспорты хәрәкәте сикләнә.

Бынан тыш, 8: 00 сәғәттән автомобиль юлдарының түбәндәге участкаларында йөк машиналары һәм пассажирҙар транспорты өсөн хәрәкәт сикләүҙәре оҙайтылды: 33 км – ҙан 138 км – ға тиклем Өфө-Бөрө-Яңауыл трассаһы (Благовещен, Бөрө, Мишкә һәм Борай райондары); 0 км – ҙан 170 км – ға Тиклем Бөрө-Таҙтүбә-Һатҡы (Бөрө, Мишкә, Ҡариҙел һәм Дыуан райондары)автомобиль юлы; 0 км-ҙан 87 км-ға Тиклем Дүртөйлө-Нефтекама трассаһы (Дүртөйлө, Краснокама һәм Ҡалтасы райондары).

 Сикләүҙәр 23 декабрҙә 14:00 сәғәткә тиклем ғәмәлдә була.

Автор: Гөлнара Солтанова
Читайте нас