Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Декабрь 2025, 16:36

20 миллион һумды һыуға һалған

Йәғни Башҡортостанда Үзәт күлендә һарыҡтары батып үлгән фермер 20 миллион һум самаһы аҡсаһын юғалтҡан.

20 миллион һумды һыуға һалған
20 миллион һумды һыуға һалған

Был хаҡта «РИА Новости» агентлығына һарыҡтарҙың хужаһы Тагар Усюбян хәбәр иткән. Фермер үҙе әйтеүенсә, хәҙер уға ҡотҡарыусыларҙың эше өсөн түләргә һәм һәләк булған хайуандарҙың үләкһәләрен күрше Татарстандың Алабуға ҡалаһындағы мал ҡәберлегенә ебәрергә кәрәк.

Автор: Гөлнара Солтанова
Читайте нас