Мутлашыусылар төрлө төркөмдәрҙә һәм каналдарҙа ситтән тороп эшләү тураһында иғлан ҡуя. Өҫтәмә эш эҙләгән кеше бәйләнешкә ингәс, һөйләшеүҙе айырым чатҡа күсерәләр һәм онлайн-майҙансыҡтар аша бүләк сертификаттарын һатыуҙан аҡса тәҡдим итәләр. Башҡарыусыға аралашсы роле бирелә: ул иғлан ҡуя, һатып алыусынан аҡса ала, сертификатты һатыуҙан килгән аҡсаның ҙур булмаған процентын үҙенә алып, ҡалған сумманы "эш биреүсегә" күсерә.
Һатып алыусыға эшләмәгән йәки ғәмәлдән сыҡҡан ялған бүләк сертификаты тапшырыла. Ялыуҙан һәм аҡсаны кире ҡайтарыуҙы талап иткәндән һуң, схеманы ойоштороусылар, "асыҡларбыҙ, зыянды үҙебеҙ ҡапларбыҙ", тип хәбәр итә лә, аралашыуҙы туҡтата. Һөҙөмтәлә яуаплылыҡ башҡарыусыға йөкмәтелә, ул зыян күреүселәргә үҙ кеҫәһенән аҡсаны кире ҡайтара, енәйәт ҡылыуҙа ҡатнашыусы булараҡ та закон алдында яуап бирәсәк.
Инциденттан һуң мутлашыусылар яҙышыуҙы юя, каналдарҙың исемдәрен һәм биҙәлешен үҙгәртә.
Схема билдәләре: килешеүһеҙ эшләү, мессенджерҙарҙа аралашыу, аралашсы аша бүләк сертификаттарын һатыу, аҡсаны тиҙ арала СБП аша эш биреүсегә күсереү үтенесе, билдәләнгән процент вәғәҙәһе.
Эш эҙләгәндә һаҡ булығыҙ, ә бүләк сертификаттарын рәсми магазиндарҙа һатып алыу яҡшыраҡ.
Фото: "РФ Киберполиция" телеграм-каналы.