

Һауа температураһы төндә -26,-31°, аяҙытҡанда -36°, көндөҙ -20,-25°, урыны менән -30° тиклем түбәнәйәсәк. Айырым райондарҙа бер аҙ ҡар яуасаҡ. Республикала һауа температураһы 26 декабрҙә көндөҙ күтәрелә башлаясаҡ.
- Республика халҡынан һәм ҡунаҡтарынан һаҡлыҡ күрһәтеүҙәрен һорайбыҙ! - тип белдерә БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре. - Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ғәҙәттән тыш хәл осрағында 112 номерына шылтыратығыҙ!
Бындай һыуыҡтарҙа, зинһар, хәүефһеҙлек тураһында онотмағыҙ!