Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ буйынса идаралығының дежур часына 26 йәшлек ир аҡсаһын урлауҙары тураһында ғариза менән мөрәжәғәт итә.
Асыҡланыуынса, аҡса ирҙең күптән инде ҡулланмаған абонент номеры аша күсерелгән, әммә ул номер һаманғаса банк картаһына һәм банк ҡушымталарына бәйле булған.
6 айҙан ашыу ваҡыт үткәс, сим-карта ҡулланылмаған осраҡта элемтә операторы абонент номерын икенсе ҡулланыусыға тапшыра.
Номерҙың яңы хужаһы, элекке хужаның банк иҫәбенә инеп, яҡынса 60 мең һум аҡсаһын үҙенә күсереп ала.
Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 158-се статьяһының 3-сө өлөшөнөң "г" пункты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла (банк иҫәбенән урлау). Был статья 6 йылға тиклем иректән мәхрүм итеүҙе күҙ уңында тота, тип белдерә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығы.
Йыл башынан алып банк карталарынан 180 ошондай урлау теркәлгән. Әгәр һеҙ абонент номерын ҡулланыуҙан туҡтайһығыҙ икән, финанс мәғлүмәттәренә рөхсәтһеҙ инеүҙе булдырмаҫ өсөн һәм ошондай осраҡтарҙы иҫкәртер өсөн, уны бөтә банк ҡушымталарынан һәм хеҙмәттәренән мотлаҡ айырығыҙ.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.