Хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем Златоуст ҡалаһында эшләгән 70 йәшлек ҡатынға мессенджерҙарҙың береһе аша "элекке коллегаһынан" хәбәр килгән. Хәбәрҙә ҡатынға ашығыс рәүештә пенсия стажын ҡайтанан иҫәпләү зарурлығы белдерелә, йәнәһе лә, "юғиһә ул иҫәпкә алынмаясаҡ". Муттарҙың тоҙағына эләгеп, пенсионер ҡатын һылтанма буйынса икенсе чатҡа күсә, унда уға код ебәрелә. Мутлашыусыларҙың күрһәтмәһе буйынса ҡатын алған кодты "Дәүләт хеҙмәттәре" чатына хәбәр итә.
Артабан ғариза биреүсенең телефонына үҙен "хәүефһеҙлек хеҙмәте хеҙмәткәре" тип таныштырған ҡыҙ шылтыратып, пенсионерға ҡарата мутлыҡ ҡылынған һәм аҡса алыу өсөн ышаныс ҡағыҙы төҙөлгән, тип белдерә. Ҡурҡҡан ҡатынға ышаныс ҡағыҙын ғәмәлдән сығарырға ярҙам итергә вәғәҙәләйҙәр һәм шылтыратыуҙы "ҡаҙна белгесе"нә күсерәләр. Ул аҡсаны һаҡлап ҡалыу өсөн бөтә банк иҫәптәрен ябырға һәм аҡсаны "хәүефһеҙ иҫәпкә" күсерергә ҡуша. Енәйәтселәрҙең күрһәтмәләре буйынса, зыян күреүсе ире менән банк бүлексәһенә юллана.
Банкка барғас, ҡатын, автомобиль һатып алыу өсөн аҡса кәрәк, тип алдай. Бүлексәләрҙең береһендә 970 мең һум аҡсаны биреүҙән баш тарталар. Аферистар уларҙы икенсе банкка ебәрә. Унда банк хеҙмәткәре 600 мең һум бирергә ризалаша. Аҡсаны банкоматтан алған саҡта банктың хәүефһеҙлек системаһы эшләй ҙә, ҡатындың кеҫә телефонына 900 номерынан шылтыраталар, аҡсаны ниндәй маҡсатта алыуын белешәләр. Бер үк ваҡытта уның улына ғаилә чаты аша әсәһенең ҙур сумманы алырға маташыуы тураһында иҫкәртеү килә. Тикшереүҙәрҙән һуң финанс операция кире ҡағыла. Ирле-ҡатынлы, үҙҙәренең мутлыҡ ҡорбаны булғанын аңлап, "белгестәр" менән һөйләшеүҙе туҡтата һәм полицияға мөрәжәғәт итә. Был турала Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте яҙҙы.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: банктарҙан йәки Дәүләт хеҙмәттәре порталынан килгән СМС-тан килгән кодтарҙы бер кемгә лә һәм бер ҡасан да хәбәр итмәгеҙ. Шикле шылтыратыуҙарҙан һуң шунда уҡ трубканы ҡуйығыҙ һәм рәсми ойошмаға уның рәсми сайтындағы номер буйынса шылтыратығыҙ. Оло йәштәге туғандарығыҙ менән мутлашыу схемалары һәм карта менән эш итеүҙә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында һөйләшегеҙ.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.