Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Декабрь 2025, 13:29

Кредит каникулдары

Рәсәй Президенты Владимир Путин махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына кредит каникулдарын тағы бер йылға — 2026 йылдың 31 декабренә тиклем оҙайтты.

Кредит каникулдарыКредит каникулдары
Кредит каникулдары

Тейешле нормалар Рәсәй Банкының санкция һәм геосәйәси хәүефкә яуап биреү өсөн 2022 йылда индерелгән махсус вәкәләттәрен 2026 йылға тиклем оҙайтыу тураһындағы законда бар.

Кредит каникулдары тураһында бөтә белешмә.

Рәсәй Банкының ҡыҙыу линияһы: 8 (800) 300 3000 йәки мобиль телефондарҙан шылтыратыу өсөн – 300.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас