Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Декабрь 2025, 10:50

Ғинуар һәм февралдә ниндәй һауа торошо көтөлә?

Синоптиктар фараз еткерҙе.

Ғинуар һәм февралдә ниндәй һауа торошо көтөлә?
Ғинуар һәм февралдә ниндәй һауа торошо көтөлә?

Башҡортостанда һауа торошо ғәжәпләндереүен дауам итәсәк. Декабрь аҙағында ла һауа температураһының тирбәлеүе күҙәтелә: һыуыҡтар һәм ҡапыл йылы көндәр бер-береһен алмаштырып килә.

Ғинуар һәм февраль айҙары нимә менән ҡыуандырыр? Фобос үҙәге фаразлауынса, яңы йыл төнө ярайһы уҡ йылы буласаҡ — термометр бағанаһы яҡынса -3 градус күрһәтәсәк. 1 ғинуарҙа көндөҙ ҙә -3 градус була. Әммә  4 ғинуар ҡапыл һалҡынайтасаҡ, һауа температураһы -20 градустан түбән төшәсәк. Яңы йыл каникулдары дауамында һәм ғинуар уртаһына тиклем һыуыҡ һауа торошо һаҡланасаҡ. Әммә 16 ғинуарҙа Башҡортостанды көндәр йәнә йылына. Көндөҙ 0 градусҡаса йылыта. Бынан һуң йәнә һыуыҡ тулҡын килә һәм термометр бағанаһы төндә -21 градусҡа, көндөҙ -14 градусҡа тиклем төшә. Ғинуарҙың өсөнсө декадаһы төндә -6, -14 һәм көндөҙ -4, -10 градусҡа тиклем йылы була. Шул уҡ ваҡытта ай аҙағында һыуыҡтар кире ҡайтасаҡ. Ғинуарҙың һуңғы көндәрендә төндә -22, көндөҙ -18 градусҡа тиклем һыуыта.

 Февраль башы ла һыуыҡ буласаҡ.

Тәүге көндәрҙә һауа температураһы төндә -26, -29, көндөҙ -16, -21 градусҡа тиклем төшәсәк. Әммә һуңынан һыуыҡтар кәмей, һәм февраль өсөн ғәҙәти һауа температураһы урынлаша: төндә -13 градусҡа тиклем һәм көндөҙ -4 градус.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башгидрометтан ҡыш һәм яҙ башына һауа торошо фаразына ярашлы, февралдә температура уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәрҙән, йәғни -11,7 градустан юғарыраҡ буласаҡ.

Автор: Гөлнара Солтанова
Читайте нас