Блогер Миләүшә Шәйхлисламова, «Башҡорт хужабикә»һе булараҡ билдәле, күптән түгел битенә пластик операция яһата һәм шунда уҡ үҙенең аудиторияһының реакцияһына дусар була. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, хужабикә ҡыҙыҡлы видеолары, шул иҫәптән үҙенән һәм үҙенең фигураһынан көлөп видеояҙмалар төшөрә ине. Роликтарында Миләүшә көндәлек йорт эштәре менән шөғөлләнгән, халат кейгән ябай хужабикә булды.
Бер йыл элек ул ашҡаҙанын бәләкәсәйттерә һәм тиҙ арала ябыға башлай. Әммә ябыҡҡандан һуң артыҡ тиреләре һәленеп төшә, битендә йыйырсыҡтар барлыҡҡа килә. Яңы йыл алдынан Миләүшә уларҙан ҡотолорға ҡарар итә. Һәм әлбиттә, блогерҙың яҙылыусылары пластик операцияға булған фекерҙәрен еткерә.
«Бер аҙ түҙемлек һәм һеҙ ғүмерлек һылыуҡай!», « Беҙ бит, ҡатын-ҡыҙҙар, сабырбыҙ!
Иң мөһиме-үҙеңде яратыу», « Тиҙерәк һауығығыҙ, һеҙ төшөргән ҡыҙыҡлы вайндарҙы көтәбеҙ», «Операциянан һуң булһағыҙ ҙа, күңелегеҙ көр», «Иң ҡурҡынысы артта. Хәҙер барыһы ла яҡшы буласаҡ», тигән ыңғай комментарийҙар менән бергә киреләре лә осрай: "Хужабикә, әммә «Башҡорт хужабикә»һе түгел» тип яҙыусылар ҙа табылған.