

- Алғы һыҙыҡта булған яҡташтарыбыҙҙың теләктәрен һәм һорауҙарын иҫәпкә алдыҡ, - тип яҙа хакимиәт башлығы. - Хеҙмәт коллективтары, шәхси эшҡыуарҙар, ауыл биләмәләре, йәмәғәт ойошмалары, ирекмәндәрҙең берлектәге тырышлығы менән төҙөлөш материалдары, бензогенераторҙар, бензобысҡылар, төрлө инвентарь, маскировка селтәрҙәре, "буржуйкалар", шәхси посылкалар, хаттар һәм башҡа күп нәмәләр ингән конвой ойошторолдо. Әммә иң мөһиме, һәр посылкала - тыуған ерҙәренән йылылыҡ. Яңы йыл алдынан беҙҙең яугирҙарға өйҙәре һәм туғандары менән бәйләнеште тойоу айырыуса мөһим. Гуманитар ярҙам йыйыуҙа ҡатнашҡандарҙың барыһына ла ихлас рәхмәтемде белдерәм. М.Шайморатов исемендәге штабтың ирекмәндәренә айырым рәхмәт, улар көн һайын, ял көндәрендә лә, посылкаларҙы комплектлау өҫтөндә эшләне. Бергәләп беҙ геройҙарыбыҙға еңеүҙе яҡынайтырға ярҙам итәбеҙ.
Гуманитар ярҙамды ауыл хужалығы буйынса башлыҡ урынбаҫары Алмаз Муллаяров, хәрби хәрәкәттәр ветерандары Динар Хөсәйенов һәм Ринат Ғәбдрәшитов, шулай уҡ ирекмәндәр Илгиз Фәизов, Игорь Иляев, Илдус Талипов, Альфред Вәлиев һәм Илдар Йыһаншин алып бара. Уларға хәйерле юл теләйбеҙ!
Фото: https://vk.com/gilmievsn