

Полицияға төндә билдәһеҙ ир-аттың ишеккә зыян килтереп, кафеға инеп, кеҫә телефоны, терминал, ит менән вертел, аҙыҡ-түлек урлауы тураһында хәбәр килә. Дөйөм зыян суммаһы 60 мең һумдан ашыу тәшкил итә. Ваҡиға урынына оператив-тикшеренеү төркөмө ебәрелә.
Магазиндың күҙәтеү камераларының видеояҙмаһы буйынса 7-се полиция бүлегенең енәйәттәрҙе тикшереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре урлашыуҙа ғәйепләнеүсене асыҡлай һәм ҡулға ала. Элек хөкөм ителгән 36 йәшлек ир ҡылған ғәмәлен таный. Ул хоҡуҡ һаҡлау органдарына кафеның ишеген кирбес менән ватҡанын, ә урланған мөлкәтте ҡайҙа ҡуйғанын хәтерләмәүен әйткән (сөнки иҫерек булған).
Был факт буйынса Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 158-се статьяһының 2-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Фото: https://web.telegram.org/a/#-1001721020242