Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Декабря 2025, 10:00

Ай, афарин, уяу ҡатын!

Ярҙам итергә тырышҡан сағығыҙҙа һеҙҙе тупаҫ рәүештә "посылать" итһәләр, нишләр инегеҙ? Китер ҙә барыр инегеҙ, шулай бит? Ә Өфөлә 41 йәшлек ҡатын китеп бармаған һәм 61 йәшлек пенсионерҙы бәләнән аралаған.

Ай, афарин, уяу ҡатын!Ай, афарин, уяу ҡатын!
Ай, афарин, уяу ҡатын!

Өлгәре көн 61 йәшлек пенсионер ҡатындың стационар телефонына үҙен дәүләт учреждениеһы хеҙмәткәре тип таныштырған ир шылтырата. Ул пенсионерға 1,5 миллион һум күләмендә "аҡсалата компенсация" бирелеүен хәбәр итә. Ҡыуаныслы хәбәрҙе ишеткәс, һаҡлыҡты онотҡан ҡатын аҡса алыу өсөн мутлашыусыға смс-хәбәрҙән кодты әйтә һала. Бер сәғәттән һуң "Роскомнадзор хеҙмәткәре"нән икенсе шылтыратыу килә. Ул пенсионер ҡатынға дуҫ булмаған сит ил кешеһенең файҙаһына бөтә мөлкәткә ялған ышаныс ҡағыҙы рәсмиләштерелеүен һәм уны ғәмәлдән сығарыу өсөн "Үҙәк банктың" ялған хеҙмәткәре араһында бәйләнеш булдырылыуын белдерә. Ялған банкир ҡатынға 850 мең һум аҡсаны "хәүефһеҙ иҫәпкә" күсерергә кәңәш итә. Уның күрһәтмәләре буйынса пенсионер 36 йәшлек ҡыҙы менән бергә аҡса алырға тырышып, банк бүлексәләрен йөрөп сыға.

Икенсе көндө енәйәтселәр ҡаланың сауҙа үҙәктәренең береһендәге билдәле бер банкоматҡа барырға ҡуша, тап шуның аша әсә менән ҡыҙы аҡса күсерергә тейеш була. Мутлашыусыларҙың дистанцион контроле аҫтында пенсионер ҡатын ҡулаҡса индерә һәм "банкир" күрһәткән иҫәпкә ебәрә башлай. Уларҙың үҙҙәрен сәйер тотоуы һәм телефон аша даими һөйләшеүҙәре сауҙа үҙәгенә килгән 41 йәшлек ҡатындың иғтибарын йәлеп итә. Ҡатын зыян күреүселәрҙән, аҡсаны мутлашыусыларға күсермәйһегеҙме, тип һорай, әммә уның "ҡыҫылмауын һорайҙар". Шуға ҡарамаҫтан, уяу ҡатын уларҙың мутлашыусылар йоғонтоһонда булыуын аңлай һәм полицияға шикле хәл тураһында хәбәр итә.

Бер нисә минуттан полиция хеҙмәткәрҙәре килеп етә. Зыян күреүсене туҡтатҡанға тиклем ул аферистарға 195 мең һум аҡса күсерергә өлгөрә. Ҡалған сумманы саҡ талап алып, пенсионер иҫенә килгәс кенә кире ҡайтаралар.

Мутлашыуҙы иҫкәрткән 41 йәшлек ҡатын яҡын арала бүләкләү өсөн полиция бүлегенә саҡырыласаҡ.

Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығы иҫкә төшөрә: бер генә ысын дәүләт структураһы ла бер ҡасан да, бер ниндәй шарттарҙа ла финанс мәсьәләләрен хәл итеү өсөн беренсе булып шылтыратмай һәм смс-хәбәрҙәрҙән кодтар диктантлауҙы һорамай. Дәүләт органдарының хеҙмәткәрҙәре аҡсаны «хәүефһеҙ иҫәпкә»күсереүҙе талап итмәй. Әгәр һеҙҙән аҡса йәки шәхси мәғлүмәттәр талап итһәләр, шунда уҡ трубканы ҡуйығыҙ һәм полицияға мөрәжәғәт итегеҙ.

БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас