Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Декабрь 2025, 17:40

Ашығыс хәбәр!

Хөрмәтле водителдәр һәм пассажирҙар! Йөк һәм пассажирҙар транспорты өсөн хәрәкәт сикләнгән!

Ашығыс хәбәр!
Ашығыс хәбәр!

БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфө-Бөрө-Яңауыл автомобиль юлының 33-сө саҡрымынан алып 138-се саҡрымына тиклемге участкала (Благовещен, Бөрө, Мишкә, Борай райондары) һауа шарттарының насар булыуы сәбәпле хәрәкәт иртәнге сәғәт һигеҙгә тиклем сикләнгән. Унда епшек ҡар яуа, һепертмә буран. 

Хәрәкәтте сикләүҙең тамамланыу ваҡытын көн торошона бәйле үҙгәртеүҙәре лә ихтимал.

Водителдәр өсөн кәңәштәр:

Күрһәтелгән участкала сәйәхәттәрҙе кисектереп тороғоҙ.
Юлда булһағыҙ, алдан уҡ альтернатив маршрут йәки хәүефһеҙ туҡталыш урынын планлаштырығыҙ.
Рәсми сығанаҡтарҙан килгән яңылыҡтарҙы күҙәтегеҙ.

Фото: https://web.max.ru/-69197923551776

Автор: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас